Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Раушан Фәйзрахман улы Хәзиәхмәтов районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа тарафтарында ла таныш тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә уның етәкселегендә төшөрөп һалынған ҡыҙыҡлы сәхифәләр Р.Хәзиәхмәтов һәм уның артистарына, айырыуса, билдәлелек килтерҙе. Яҡташтарыбыҙҙың “Тик-ток”, “Бәйләнештә”, “Инстаграмм” һәм башҡа социаль биттәрҙә урын алған ҡыҙыҡлы миниатюраларын халыҡ бик яратып ҡабул итте. Кешеләр уларҙың мәҙәктәрен асыҡ сығанаҡтар аша бер-береһенә ебәреп, кәйефтәрен күтәреп, “Теге өсәү”ҙең һәләттәренә һоҡлана.
Әйҙәгеҙ улар менән яҡындан танышайыҡ. Раушан Хәзиәхмәтов 1970 йылда Ҡыҫынды ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә уҡый. 145-се һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәренә эйә була. 1988 йылда Армия сафына саҡырыла. 1993 йылдан алып мәҙәниәт өлкәһендә тир түгә. 2005 йылда мәҙәниәт техникумын тамамлай. Буш ваҡытында шиғырҙар яҙыу менән мауыға, 15 йыр авторы. Районыбыҙҙа уҙғарылған “Һылыуҡай”, “Уйна, гармун”, “Кескәй Мисс”, “Дуҫлыҡ бейеүе”, “Бауырһаҡ байрамы”, “Йәштәр йыйыны”, “Игеҙәктәр конкурсы” һәм башҡа сараларҙың ойоштороусыһы. Ул барлыҡ район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Раушан дәртле йәмәғәтсе, оҫта, һәләтле етәксе генә түгел, ә алдынғы ҡарашлы, киң даирәле шәхес.
Рәмзилә Ғаяз ҡыҙы Солтанова ла тамырҙары менән Ҡыҫындынан. Ул 1977 йылда Вәрдиә һәм Ғаяз Рәхмәтуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 3-сө класҡа тиклем ауылда уҡый. Зәйет мәктәбендә урта белем алып, Өфөлә 10-сы һөнәрселек училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын УМПО-ла башлай. 2009 йылда Миәкә егете Илһам Солтановҡа кейәүгә сыға. Йәштәр Өфө ҡалаһында тормош ҡора. Бөгөн Рәмзилә ваҡытлыса ауылда йәшәргә мәжбүр — сирләп киткән атаһын тәрбиәләй. Ҡул эштәре менән булыша, бешеренергә ярата, видеороликтар төшөрөргә әүәҫ.
Өсөнсө геройыбыҙ — Илүзә Йыһанур ҡыҙы Хөммәтҡолоева. Ул 1981 йыл Фәйрүзә Рәил ҡыҙы менән Йыһанур Йыһангир улы Солтановтарҙың ишле ғаиләһендә тыуа. Солтановтарҙың алты балаһы ла бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамлашып, барлыҡ хужалыҡ эштәренең мәғәнәһен белеп үҫә. Колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр уташырға ла, ихата тулы мал-тыуарҙы ҡарашырға ла, мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшергә лә өлгөрә улар. Илүзә 1–3-сө кластарҙы Ҡыҫындыла уҡый, аҙаҡ Зәйеттә бер йыл йөрөгәс, яңынан тыуған мәктәбенә ҡайта. Ҡырмыҫҡалы районындағы бухгалтерҙар курсын тамамлағас, Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһе хакимиәтендә эш башлай. Почта бүлексәһендә лә хеҙмәт итеп өлгөрә. Кейәүгә сығып, тормош иптәше менән Ҡыҫындыла йәшәй башлайҙар. Бөгөн ул өс бала әсәһе. Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп белем ала. Әлеге мәлдә тыуған ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре. Илүзә лә ҡул, аш-һыу оҫтаһы, китаптар уҡырға ярата.
— Һеҙҙең видеоларығыҙ интернет селтәрен яулап алды. Ошо арҡала бөгөн Ҡыҫынды ауылын бәтә илебеҙ белә. Шундай ҡыйыу аҙым яһау кемегеҙҙең уйы булды?
— Мәҙәниәт йортонда электән “Эстрада миниатюралары театры” йәшәп килә. Беҙ унда ауыл һәүәҫкәрҙәре менән төрлө юмористик сәхнәләрҙе, скетчтарҙы уйнайбыҙ. Ғөмүмән, көнүҙәк мәсьәләләрҙе, халыҡҡа яҡын темаларҙы яҡтыртҡан ҡыҙыҡлы сәхнә әҫәрҙәре беҙҙең хеҙмәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы.
Шулай һәүетемсә генә ижад итеп ятҡанда Рәмзилә ҡайтып төштө. Яңы йыл байрамын матур итеп үткәрҙек, видеолар ҙа төшөрҙөк. Сараларҙан һуң, уларҙы мәҙәк итеп ҡарап ултыра инек, Рәмзилә “Әйҙәгеҙ, ошоларҙы “Тик-ток”ка һалайыҡ әле”, — тип башлап ебәрҙе. Шунан китте лә барҙы инде, — ти Раушан Фәйзрахман улы.
— Рәмзилә, һеҙҙең “Тик-ток”та үҙегеҙҙең шәхси битегеҙ бармы? Ижад емештәрегеҙҙе шунда һалаһығыҙмы?
— Минең Өфөнән үк сәхифәләремде күҙәтеп барған тамашасыларым (аудиториям) булды. Видеоларҙы күберәк “Тик-ток” һәм “Инстаграмм”ға һалам. Ҡыҫындыға ҡайтҡас, ижадташтар табып, улар менән бергә әүҙемләшеп киттек. Был өлкәлә арыу ғына тәжрибәм булғанға күрә, видеоларҙы төшөрөү, дублдәрҙән һуң монтажлау һәм башҡа мәшәҡәттәрҙе еңел хәл итәбеҙ.
Ғаиләм күптән минең яңы шөғөләмә өйрәнеп бөттө. Сығыштарыбыҙҙы Раушан “Бәйләнештә” биттәренә һалһа, мин — “Тик-ток”ка. 8 меңдән ашыу яҙылыусым бар. Берәүҙәр беҙҙе маҡтай, икенселәр тәнҡит һүҙҙәрен яҙа. Үҙебеҙҙе барыһына ла әҙерләгәнбеҙ, позитив ҡараштабыҙ. Бер башлағас, артҡа юл юҡ. Минең билдәле остаздарым, дуҫтарым бар: “Башкирская домохозяйка” ул да булһа Миләүшә, “Эльвина 100” йәки “Йәмилә” һәм башҡа бер нисә блогерҙар. Сәхифәләребеҙҙе төшөргән саҡта ла уларҙыҡынан, КВН-дан һәм башҡаларҙан күргәндәрҙе, күңелебеҙгә ятҡандарын алабыҙ, үҙебеҙҙең уйлап сығарғандар ҙа байтаҡ.
— Илүзә, һеҙгә лә төп ролдәрҙе башҡарырға тура килә. Ғаиләгеҙ һеҙҙең “йондоҙ” булып китеүегеҙгә нисек ҡарай һәм ауыл ерендә тормош көткән ҡатын-ҡыҙҙар блогер була аламы?
— Мәҙәниәт йортонда эшләгәс, минең төп бурысым халыҡты мәҙәниәткә яҡынайтыу, ҡыҙыҡһындырыу һәм дә әһәмиәтле сараларҙы үткәреү. Яңы йылда һалынған сәхифәнән һуң дәртләнеп киттем. Һуңғы ваҡыттағы коронавирус менән бәйле ваҡиғалар күптән беҙҙе ситтән тороп эшләргә күнектереп бөттө бит инде. Байтаҡ кеше халыҡ күп йыйылған ергә килергә шөрләй, шуға күрә видеоларҙы төшөрөп социаль селтәрҙәргә ебәреп, тамашасыларға тәҡдим итеү бик ҡулайлы, тип уйлайым.
Тәбиғәтем менән асыҡ күңеллемен, тормошто яратам. Ошо холоҡтарым ролдәргә тиҙ инергә ярҙам итә. Рәмзилә, Раушан менән эшләү бигерәк күңелле, миңә оҡшай. Ғаиләмә килгәндә, ирем башта ҡаршы булды. ”Кеше көлдөрөп йөрөмә”, ти торғайны, хәҙер үҙе иҫе китеп ҡарап ултыра. Ҡыҙым беҙгә булыша, сығыштарҙы телефонға төшөрә. Һәр беребеҙҙең дә ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары ярҙам итергә әҙер.
Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тиһәләр ҙә, бөгөнгө заманда үҙеңдең блогыңды алып барыуға ваҡыт бүлеп була, бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Һәр беребеҙҙең телефондары, интернет бар. Теләк кенә кәрәк.
— Видеоларҙы төшөргәндә ҡыҙыҡлы хәлдәр...
— Һәр бер сәхифәне төшөргәндә мәҙәктәр килеп сығып тора. Йә көлөп ебәрәбеҙ, йә яңылыш икенсе нимә әйтәбеҙ, йә кадрға үтеп барыусы килеп эләгә, шунан ҡат-ҡат яңынан эшләйбеҙ. “Пенсия” тигән сәхифәлә почта машинаһының уңайлы ғына үтеп китеү мәлен өс сәғәт көттөк. Барыһы менән дә алдан килешеп булмай бит инде. Өшөп бөттөк, әммә кәрәкле ерҙе төшөрөп өгөрҙөк. Ауылдаштар өйрәнеп бөттө беҙҙең ҡылығыбыҙға. Кәрәк икән фельдшер пунктын да, магазиндарын да, һарайҙарын да, хатта машиналарын да биреп торалар. Костюмдарға килгәндә, һорап алып торабыҙ, бүләк итеп ҡалдырғандары ла бар. Күңелле йәшәйбеҙ, — тиҙәр артистар.
— Башҡаларҙы ла йәлеп итәһегеҙме?
— Эйе, кәрәк саҡта ауылдаштарҙы саҡырып алабыҙ. Әйтергә кәрәк, улар бик оҫта уйнайҙар, хатта беренсе тапҡырҙан уҡ килеп сыға. Хәзиәхмәтова Рәмзилә, Зәйнуллина Эльвина тигән ҡыҙҙарыбыҙ йыш ҡатнашып тора. Рәмзиләбеҙҙең инәһе лә бик әүҙем. Бер һүҙ менән әйткәндә, кемгә генә мөрәжәғәт итмә, юҡ тимәйҙәр, шуға рәхмәт, — тине Раушан Фәйзрахман улы.
— Маҡсаттарығыҙ...
— Уларға килгәндә, киләсәктә туҡталып ҡалмаҫҡа, үҙебеҙҙе заман киңлектәрендә артабан да һынап ҡарарға, үҫешергә, нығынырға. Яңы идеялар, сюжеттар уйлап, халыҡты ылыҡтырырға инде. Халыҡ оҙайлы видеоарҙы бик үк үҙһенмәй, ҡыҫҡаҡтарын өҫтөн күрә, ошоно күҙ уңында тотасаҡбыҙ. Эшләргә, туҡталып ҡалмаҫҡа, — тип һүҙҙәрен йомғаҡланы Ҡыҫынды “Теге өсәү”е.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ижади уңыштар һеҙгә.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Альберт Рәхимов фотоһы.