Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:26

Сәсеү етә, баҫыу игенсене көтә

Үткән аҙнала район хакимиәтендә ауыл хужалығы етәкселәренең һәм белгестәренең яҙғы сәсеү кампанияһына арналған ултырышы уҙҙы.

Сәсеү етә, баҫыу игенсене көтә
Сәсеү етә, баҫыу игенсене көтә

Үткән аҙнала район хакимиәтендә ауыл хужалығы етәкселәренең һәм белгестәренең яҙғы сәсеү кампанияһына арналған ултырышы уҙҙы. Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы  урынбаҫары Азамат Нарбутин асты. Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Фәнил Ғәлиев йөкмәткеле докладында ағымдағы сәсеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

— Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү эшенә айырым иғтибар бирергә кәрәк. Беҙҙең алда хужалыҡтарҙы сифатлы орлоҡтар,  минераль ашламалар менән тәьмин итеү бурысы тора. Гербицидтарҙы хәстәрләү һәм орлоҡтарҙы алдан уҡ ағыулау сараларын ваҡытында үтәү зарур, — тип йомғаҡланы  ул үҙ сығышын.

Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы  Сергей Палтусов:

—  Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ауыл хужалығы машиналарының техник торошон тикшереү бик яуаплы, етди сара. Эштең ырамлы барыуы ғына түгел, хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә үҙйөрөшлө машиналарҙың, тракторҙарҙың, тағылмаларҙың төҙөклөгөнә бәйле, — тине.

Ауырғазы район-ара янғын күҙәтеү бүлегенең өлкән инспекторы Е.В.Рыжиков  ауыл хужалығы комплекстарында янғын хәүефһеҙлеген булдырмау, уны иҫкәртеү сараларына дөйөм күҙәтеү яһаны. Эшлекле аралашыуға шулай уҡ “Альтаир” ЯСЙ-һының генераль директоры А.Бакиев та саҡырылды. Билдәле булыуынса, ул районыбыҙ хужалыҡтарын деталдәр һәм запас частар менән тәьмин итә.

Районыбыҙ ауыл эшсәндәренә, игенселәргә яңы сәсеү кампанияһы тик уңыштар ғына килтерер, тип ышанғы килә.

Татьяна Найданова,

Район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: