Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 14:53

“Ерҙә бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан”

Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Ерҙә бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан” тигән байрам уҙҙы.

“Ерҙә бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан”
“Ерҙә бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан”

Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Ерҙә бар матурлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан” тигән байрам уҙҙы. Сара башында уҡ зәңгәр экранда пәйҙә булған сағыу рәсем, һалмаҡ ҡына ағылған йыр-моң  тамашасыларҙың кәйефен уғата күтәреп ебәрҙе. Кисәне тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәтҡуллинға һәм муниципаль район Советы рәйесе Леонид Семенчукка бирелде. Улар гүзәл заттарҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Концерт барышында уңған, тырыш һәм һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға  Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн һәм Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан  район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән табип-терапевтар  А.Ә. Аҫылғужина, Г.Ә.Закирова, В.Х.Мостафина, ғаилә табибы Р.Р.Глотова, шәфҡәт туташтары А.Ф. Абдрахманова, Э.М.  Баязитова, Г.Х.Ғилманова, И.Ғ.Кәримова, халыҡты пенсия менән тәьмин итеү өлкәһендә  оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан  Р.Р.Иштуғанова һәм башҡалар бүләкләнде. “Архангел районының почетлы граждандары” исеме Д.Й.Мостафинаға, Р.В.Ширяеваға һәм башҡаларға бирелде. Шулай уҡ “Инйәр” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Г.Ш.Фәтҡуллина, “Архангельский вестник”тың версткалау буйынса инженеры Г.З.Йосопова һәм бер төркөм гүзәл заттар район Советының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Борон-борондан алып бөгөнгө көндәргә тиклем әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы данлап, уларға арнап күп һүҙҙәр әйтелгән, йырҙар йырланған, шиғырҙар яҙылған. Был байрам тамашаһында ла район мәҙәниәт йортоноң ир-егеттәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм башҡалар  әсәйҙәргә, гүзәл заттарға арнап концерт номерҙары тәҡдим итте.

Айырыуса, балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре башҡарыуындағы хор, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың бейеүҙәре, бигерәк тә “Алтынай” бейеү коллективы, Иҙел Хәсәновтың һөнәри  сығышы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрүәз Камалетдинов һәм ирҙәр вокал ансамбле бүләк иткән йырҙар, “Колядница” фольклор-эстрада төркөмөнөң музыкаль сәләмдәре залдағыларҙың күңелдәренә хуш килде. Ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған мәҙәни сара уңышлы үтте.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: