Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 14:48

“Башҡортостан ынйылары”

2022 йылдың 25 ғинуарынан 25 февраленә тиклем район мәктәптәре уҡыусылары араһында “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының муниципаль этабы үтте.

“Башҡортостан ынйылары”
“Башҡортостан ынйылары”

2022 йылдың 25 ғинуарынан 25 февраленә тиклем район мәктәптәре уҡыусылары араһында “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Ул ситтән тороп ойошторолдо. Бәйгегә “Исемең халыҡ йөрәгендә” тигән исем аҫтында республиканың арҙаҡлы шәхестәренең тормош юлы һәм эшмәкәрлектәренә арналған тикшеренеү эштәре тәҡдим ителде. Ижади ярыш түбәндәге шарттарҙы күҙ уңында тотто: дөйөм композиция, урындағы материалдарҙы оҫта ҡулланыу һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә баҫым яһау.

Белем усаҡтарының әүҙемлеге ҡыуандырҙы. Жюри иғтибарына бай йөкмәткеле, үҙенсәлекле эҙләнеү эштәре тапшырылды. Бөтә шарттарҙы иҫәпкә алып, баһалама комиссияһы ағзалары 1-се урынды Тирәкле мәктәбенең “Дарман” ижади коллективына (етәксеһе Ә.Р.Баһауетдинова) бирҙе. Икенсегә “Ынйылар” (2-се Архангел мәктәбе, Р.М.Маликова, Р.Ә.Сәлихова, Д.Р.Хисмәтуллина), ә 3-сө урынға “Башҡортостан ынйылары” (1-се Архангел, М.З.Хәсәнова) сыҡты. “Өмөт” номинацияһына “Аҡсәскә” командаһы (Баҡалды, Г.М.Туләбаева) лайыҡ булды. Еңеүселәргә алдағы бәйгеләрҙә уңыштар теләйбеҙ.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: