Инйәр
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:22

Һау бул, ҡыш, төклө аяғың менән, яҙ!

“Масленица” — Рәсәйҙә үткәрелгән йылдың иң сағыу һәм күңелле мәжүси байрам.

Һау бул, ҡыш, төклө аяғың менән, яҙ!
Һау бул, ҡыш, төклө аяғың менән, яҙ!

Боронғо Рәсәйҙә йыл миҙгелдәренең алмашыныуын байрам итеү һәр саҡ хупланған. Ҡыш кешеләр өсөн ауыр, һыуыҡ, ҡараңғы мәл булғанға күрә, яҙҙың етеүенә барыһы ла шатланған. Яҙ йылы, ҡояшлы, уңышлы килһен өсөн уны “майлаған”дар.

Рус халҡы ҡояшты ныҡ ололаған. Юҡҡа ғына байрамда ҡояшҡа оҡшаған ҡоймаҡтар ҡойолмаған, күмәстәр бешерелмәгән. Ошо ризыҡтарҙан ауыҙ иткән һәр кем ҡояш йылыһын, нурын ала, ә ҡоймаҡ бешереү ҡояшты ылыҡтыра, байлыҡ, уңыш килтерә тип һаналған. Иң мөһиме — Масленица байрамында ҡоймаҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашарға кәрәк булған.

Һауа торошоноң болотло булыуына ҡарамаҫтан, үткән ял көндәрендә  районыбыҙҙа шаулап-гөрләп  “Ҡышты оҙатыу” йәки “Масленица” байрамдары  үтте. Төп сара район мәҙәниәте йорто алдындағы майҙанда ойошторолдо.

 “Масленица” славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә.  Был юлы ла сараға килеүселәр һәм табын ҡуйып ҡунаҡтарҙы һыйлаусылар  байтаҡ ине. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағыу милли костюмдарҙа йырҙар башҡарып, таҡмаҡтар әйтеп халыҡты күркәм ваҡиға менән ҡотланы һәм “Масленица, тантана ит!” тип театрлаштырылған тамашаны иғлан итте.

 Байрамда төрлө уйындар, конкурстар уҙғарылды. Сараны мәҙәниәт йорто артистары үҙ сығыштары менән биҙәне. Балалар ҙа, ололар ҙа Масленица ҡарасҡыһы  тирәләй дәртле көйгә бейене, изге теләктәрен теләне. Ҡайнар самауыр сәйе байрам кәйефен күтәрҙе. Өҫтәлдәрҙәге төп һый — байрамдың төп атрибуты — ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине!

 Байрам һуңында ҡарасҡы яндырылды.

Ирина Куркова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: