Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2022, 15:10

Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә

Быға тиклем Рәсәйҙә ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт тарафынан айлыҡ түләүҙәр булдырылғайны.

Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә
Аҙ килемле ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнә

Быға тиклем Рәсәйҙә ете йәшкә тиклемге балалары булған аҙ килемле ғаиләләргә дәүләт тарафынан айлыҡ түләүҙәр булдырылғайны.  Президент Владимир Путин 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға лә дәүләт ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Сара 1 апрелдән индереләсәк һәм 8 - 16 йәшлек балалары булған бөтә аҙ килемле ғаиләләр майҙа дәүләт түләүҙәрен ала башлаясаҡ. Был турала Владимир Путин 8 март менән видеоҡотлауында әйтте. Ул, ғаиләләрҙе яҡлау — дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип билдәләп үтте.

Рәсәй Федерацияһының Финанстар министры Антон Силуанов белдереүенсә, был түләүҙәр өсөн ҡаҙнанан 455 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: