Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:50

“Тиражығыҙ артып торһон!”

Зәкиә Ғилман ҡыҙы Мөхәмәтова  Ҡыҙғы ауылының иң әүҙем йәмәғәтселәренең береһе.

“Тиражығыҙ артып торһон!”
“Тиражығыҙ артып торһон!”

Зәкиә Ғилман ҡыҙы Мөхәмәтова  Ҡыҙғы ауылының иң әүҙем йәмәғәтселәренең береһе. Ул Мәскәү яҡтарынан күсеп ҡайтҡаны бирле ауылдаштарының хәстәре менән янып йәшәй. Район халҡы Зәкиә Ғилман ҡыҙы тураһында гәзиттән уҡып ишеткәне бар. Уңған, дәртле ханым ауылда “Етегән”, “Ҡыҙғы батыры”, балалар араһында “Барыһынан да яҡшы!” һәм башҡа проект, сараларҙы ойоштороусы. “Етегән” республика бәйгеһендә ҡыҙғылар хатта еңеү яулауға иреште.

Бөгөн З.Мөхәмәтова ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ата-бабаларынан ҡалған изге кәсепте ентекле өйрәнеп, ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплап өлгөргән. Киләсәктә был  эште киңәйтеү һәм башҡа изге маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә ең һыҙғанып тырыша йүнсел, көслө рухлы яҡташыбыҙ.

“Инйәр”ҙең тоғро уҡыусыһы ла ул. Быйыл гәзиттең тәүге ярты йыллығына яҙылып, бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып, картина отто.

— Бүләк отоуыма ҡәнәғәтмен. Район гәзите менән мәктәп йылдарынан уҡ танышмын. Элек әсәйем Сәғирә Ғөбәйтулла ҡыҙы менән атайым Мөхәмәт Лоҡман улы Искәндәровтар ғүмер буйы уға яҙылып торҙо. Ул ваҡытта гәзит “Ильич байрағы”, ”Архангел хәбәрҙәре” тип атала ине.

“Инйәр” гәзитен дә байтаҡ йылдар алдырам. Ике тиҫтә  тарихы булған гәзит беҙҙең ғаиләбеҙҙең дуҫына әүерелде, уның һәр һанын көтөп алабыҙ.

Баҫма биттәрендә район ерлегендә йәшәгән халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше, яҙмыштары хаҡындағы мәҡәләләр күңелемә ята. Мөһим ваҡиғалар, саралар тураһында ла уның аша хәбәрҙарбыҙ.  Эшҡыуарлыҡҡа арналған мәғлүмәттәр оҡшай.  Гәзит аша төрлө район, республика бәйгеләре тураһында  белеп торабыҙ.  Уҡымлы хикәйәләрҙең сығып тороуы ла бик отошло.

Ғөмүмән, “Инйәр” биттәрендә донъя күргән һәр мәҡәлә, һәр рубрика — урынлы, артыҡ бер нәмә лә юҡ. Был йөкмәткеле баҫма менән дуҫлығыбыҙ дауам итһен, уны эшләүсе коллективтың ижади ҡомары һүнмәһен, тиражығыҙ артып торһон, — тип теләктәрен еткерҙе  Зәкиә Ғилман ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: