Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:30

Дүрт проект ҡаралды

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” инвестиция проектының сираттағы ултырышы бик йөкмәткеле һәм эшлекле уҙҙы.

Дүрт проект ҡаралды
Дүрт проект ҡаралды

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” инвестиция проектының сираттағы ултырышы бик йөкмәткеле һәм эшлекле уҙҙы. Был юлы дүрт  проект тәҡдим ителде: Гөлнур Хажинур ҡыҙы Солтанбәкованың “Умартасылыҡты үҫтереү”, Сергей Александрович Матюшиндың “Ит һәм һөт йүнәлешендәге малсылыҡты үҫтереү”, Арсен Альберт улы Ярмуллиндың “Үҫемселек тармағын үҫтереү”, Алмас Алик улы Шакировтың “Абҙан ауылында һыу инеү урынын ойоштороу”.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килеүселәрҙең пландары менән ентекле танышҡандан һуң, һәр береһенең үҙ проекттарына ҡағылышлы өҫтәлмә мөмкинлектәр хаҡында төплө аңлатмалар, файҙалы кәңәштәр бирилде.

Белгестәр менән фекер алышҡандан һуң, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин  поекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле ведомстволарҙың тотҡарлыҡһыҙ булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.

Ошолай барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: