

Февралдә “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының һайлап алыу туры үтте. Ул быйыл да пандемия сәбәпле, ситтән тороп ойошторолдо.
Район мәҙәниәт йортоноң Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге бейеү ансамбле “Байыҡ” телевизион конкурсында йыл һайын ҡатнашып килә. Сираттағы миҙгелдә лә әүҙем, рухлы ханым бейеүселәре менән районыбыҙҙың данын яҡлауға өлгәште. Был юлы ул “Ҡот” исемле трио менән “Сонайым” тигән бейеүҙе тәҡдим итте.
— Байтаҡ бейеүселәребеҙ, шул иҫәптән үҙем дә коронавирус менән ҡабат сирләүгә ҡарамаҫтан, конкурста көс һанашырға булдыҡ. “Сонайым”ды быға тиклем бер нисә тапҡыр сәхнәлә күрһәткән инек. Заманында бик билдәле булған шаян сәхнә әҫәре электән үк күңелемә яҡын. Уны Баймаҡ бейеүсеһе, балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин ижад итте.
Боронғо йола буйынса, ҡатыны булып та йәш кәләш алған ҡарт образы сағылдырыла был бейеүҙә. Ике көндәштең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте, ирҙең ике ҡатынына ла ярарға тырышыуы, шулай ҙа йәш кәләшенә айырым иғтибар бүлеүе бай юмор менән һуғарылған. Үткән йылдарҙа тамашасыларыбыҙға “Сонайым” бик оҡшағайны.
Алмаз Хужин — ҡарт, Алеся Хәсәнова — йәш кәләш, ә мин оло ҡатын ролен башҡарҙыҡ. 14 февраль видеояҙмаға төшөрөлгән сығышыбыҙҙы бәйгенең һайлап алыу этабына ебәрҙек. 19-ы 1-се турға үтеүебеҙ тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Ә 24 февраль “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк “Байыҡ — 2022” кокурсының 15-се миҙгеленең 1-се турын төшөрөүгә саҡырыу алдыҡ. Шарт буйынса, беҙ онлайн форматта ебәрелгән сығышты ысынбарлыҡта баһалама комиссияһы хөкөмөнә тәҡдим иттек.
“Ҡот” триоһы 100 процент менән киләһе турға үтте. Абруйлы жюриҙар бейеүҙең сюжетына, техникаһына, башҡарыусыларҙың образға инеүенә һәм башҡаларға иғтибар итте. Уларҙан маҡтау һүҙҙәрен ишетеү үҙ эшебеҙҙең оҫталары икәнлегебеҙҙе дәлилләне. Бигерәк тә Алмаз Хужиндың һәләте һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
— Бәйгегә ниндәй маҡсат менән килдегеҙ? — тип һорағас, мин:
— Беҙ райондаштарыбыҙға “Байыҡ”ҡа юл ярҙыҡ. Нисә йылдар дауамында тынғыһыҙ, сәмле хеҙмәтебеҙ, эҙләнеүҙәребеҙ, абынһаҡ та кире аяҡҡа баҫып, алға ынтылыуҙарыбыҙ, үҫешеүебеҙ юҡҡа булманы. Бер ваҡытта ла күңелебеҙ төшөп, бер урында тапанып ҡалманыҡ. Архангел башҡорттарының милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙҙың рухын, ҡотон, сәмен һаҡлап ҡалыу маҡсатынан килдек. Йәштәр беҙгә ҡарп үрнәк алһындар. Милләтебеҙҙең изге аманатын — тарихын, мәҙәниәтен, телен белһендәр, үҫтерһендәр. “Байыҡ”та артабан да ҡатнашһындар, —тип яуап бирҙем.
Өфөнән дәртләнеп ҡайттыҡ. Хәҙер 2-се турға әҙерләнәбеҙ. Күҙалланған бейеүебеҙ ҙә бар. Берҙәм тырышлыҡ менән еңеүгә өлгәшербеҙ, тигән өмөт менән йәшәп ятабыҙ, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.