Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 13:26

“Ғаиләм — минең байлығым"

Аҙау халҡы рухлы, һәләтле һәм тырыш булыуҙары менән билдәле.

“Ғаиләм — минең байлығым"
“Ғаиләм — минең байлығым"

Аҙау халҡы рухлы, һәләтле һәм тырыш булыуҙары менән билдәле. Гөлшат Әнәс  ҡыҙы менән Мирғәли Мулләхмәт улы Садиҡовтар ҙа ауылдаштары, райондаштары араһында һәр яҡлап та өлгө булырлыҡ, тәртипле балалар үҫтергән,  уңған ғаиләләрҙән һанала.

— Мирғәли менән танышҡанда миңә бары 16, ә уға 22 йәш ине. Әсәйем менән Ҡырмыҫҡалынан Аҙауға Таңһылыу апайҙарға ҡунаҡҡа килдек.  Кис ҡырын апай-һеңлеләр мине Бәлегә (йылға буйында усаҡ янына) алдылар. Усаҡ тирәләй кем гармунға ҡушылып йырлай, икенселәр, гитара ҡылдарын сиртә, берәүҙәр гәпләшеп ултыра. Бер төркөм йәштәр беҙҙең янға килеп ҡушылды. Араларындағы зңгәр күлдәк кейгән, ап-аҡ йөҙлө, ҡара сәсле сибәр егеткә шунда уҡ иғтибар иттем. Ә мөләйем йылмайыуы, итәғәтле өндәшеүе йәш ҡыҙ баланың башын бөтөнләй әйләндерҙе. Мин ғашиҡ булдым...

Архангел һөнәрселек училищеһында уҡый башланым. Мирғәли менән осрашыу теләге Аҙауға сәфәремде йышайтты. Һөйгән йәремә бер күҙ һирпеп ҡарау ҡанатландырҙы. Егетем дә миңә эҫенде. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс ул һоратырға яусы ебәрҙе. Олатайым кире ҡаҡты: “Әлегә бик йәш. Уҡып та бөтмәгән. Бер ике йылдан килергеҙ”, — тип ҡырҡ киҫте. Ул арала Мирғәлене хәрби хеҙмәткә алдылар. Ул Чечен һуғышы ветераны. Хаттар яҙышып торҙоҡ. Мөхәббәтемде армиянан көтөп алдым.

2001 йылдың 8 мартында өйләнештек. Аҙауҙа ҡайным һәм ҡәйнәм Шәмсинур Әбдрахман ҡыҙы һәм Мулләхмәт Вәлиәхмәт улы Садиҡовтар  менән 6 йыл да 6 ай бергә йәшәнек. Улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Миңә ҡарата ныҡ яҡшы мөнәсәбәттә булдылар. Беренсе көндән үк атай, инәй тип өндәштем үҙҙәренә. Атайһыҙ үҫкәс, оло йөрәкле ҡайныма атай, тип әйтеүе йәнемә кинәнес бирҙе. Балаларҙы ла ҡараштылар, өй һалған саҡта ҙур ярҙам күрһәттеләр, ҡәйнәм хатта төнөн бәпес илаһа, үҙе тороп бәүелтеп, доғаларын уҡып, өшкөрөп, тынысландыра торғайны. Улар кеүек ябай, йомарт, мәрхәмәтле кешеләр күберәк булһа тормошобоҙ тағы ла йәмләнер ине.

Тормош иптәшем дә ата-әсәһенә оҡшап аҙ һүҙле, баҫалҡы, аҡыллы, сабыр холоҡло, егәрле. Уның белмәгән эше юҡ, ҡулы оҫта.  2003 йылда йорт һала башланыҡ һәм 2007 йылда тамамлап яңы өй тупһаһы аша атланыҡ. Ҡалаға күсербеҙ тип уйлап, бер ынтылып ҡарағайныҡ, йәмле урында, Инйәр буйында урынлашҡан донъябыҙҙы йәлләп кире булдыҡ.  Ергә яҡын кеше ҡала мөхитен үҙһенә алмай, ситлектәге ҡош кеүек интегә шул. Ауылда эш урыны, мәктәп булмаһа ла иремдең, балаларымдың тыуған ере ныҡ ҡәҙерле.

Дүрт балабыҙ бар: Регина  Өфөлә Нефть институтының 2-се курсында уҡый. Илмир  башта Ғәзиз Әлмөхәмәтов музыка гимназияһында белем алды, әле Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.  Самира быйыл ауылда 3-сө класҡа барҙы, кескәйебеҙ Мирас балалар баҡсаһына йөрөй. Аҙауҙа мәктәпте бөтөргәс, өлкәндәрен Өфөгә күсерергә мәжбүр булдыҡ. Кескәйҙәрен дә унда уҡытырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Бер яҡтан сабыйҙарыбыҙҙан  айырылыуы ҡыйын булһа ла, уларҙың әүҙем, әһәмиәтле йәшәйешенә, сифатлы белем алыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ.

Мирғәленең  бик яҡшы  балта оҫтаһы булыуын тирә-яҡта белгәнгә күрә, уны әле бында, әле тегендә төҙөлөшкә саҡырып торалар. Балаларҙы шулай тырышып-тырмашып уҡытабыҙ. Аллаға шөкөр, береһенән дә кәм-хур түгелдәр. Үҙем дә тик торорға яратмайым. Баштараҡ Ғ.Әлмөхәмәтов гимназияһында ашнаҡсы булып эшләнем, почта бүлексәһендә лә тир түктем. Әле ауылыбыҙҙағы  “Алһыу” аҙыҡ-түлек магазинында һатыусымын. Урманға еләккә, бәшмәккә, сәтләүеккә йөрөргә, аш-һыу  бешерергә яратам. Төрлө ҡайнатмалар, турамалар әҙерләйем. Сәскәләр тәрбиәләүҙән күңелем ял итә. 

Балаларыбыҙ тыйнаҡ, тыныс холоҡлолар. Көнкүреш мәшәҡәттәрендә алыштырғыһыҙ ярҙамсылар. Уҡыу алдынғылары ла, сәнғәткә лә ғашиҡтар. Регина йырларға, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Илмир төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, шулай уҡ йырларға ярата. Кескәйҙәре лә үҙҙәренең ижад емештәре менән беҙҙе ҡыуандырып тора.

Әгәр минән “Нимә ул байлыҡ?”— тип һораһалар, бер һүҙһеҙ ғаиләм — байлығым, тип яуаплар инем. Ғаиләм, яҡын кешеләремдең һау-сәләмәт булыуы бар ҡиммәттәрҙән дә ҡиммәт, — тип ихлас күңелдән һөйләп ишеттерҙе уңған, мөләйем Гөлшат ханым.

Дилара Бәҙретдинова

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: