Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
17 Февраля 2022, 03:55

Афған ере — йөрәк яраһы

Афған һуғышы Афғанстан Демократик Республикаһы (1978 йылдан Афғанстан Республикаһы) территорияһындағы бер яҡтан Афғанстан хөкүмәте көстәре һәм Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты, икенсе яҡтан НАТО-ның алдынғы дәүләттәренең сәйәси, финанс, матди, хәрби һәм консерватив ислам донъяһының ярҙамын алған күп һанлы афған мөжәһиттәренең ҡораллы  “дошмандар”ы араһында барған хәрби низағ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Афған ере — йөрәк яраһыАфған ере — йөрәк яраһы
Афған ере — йөрәк яраһы

Афғандағы һуғышта ҡатнашыуҙы рәсми рәүештә “интернациональ бурысты үтәү” тип атайҙар. Был ниндәй һуғыш була һуң? Нимәнән башлана?

Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабрендә башлана.  1989 йылдың 15 феврале ҡыуаныс, шатлыҡлы дата була, сөнки ғазаплы һәм йонсотҡос һуғыш тамамлана. Шулай ҙа был көн ҡайғылы ла, сөнки бөтә һалдаттар ҙа тыуған еренә тере ҡайта алманы.

1979 йылдың 25 декабрендә совет етәкселеге Афғанстанға ғәскәр индерергә ҡарар итә. Кисә генә мәктәпте тамамлаған үҫмерҙәргә дошмандарҙы үлтерергә, сыҙағыһыҙ шарттарҙа: ҡом, дауылдар, һыуға сарсау, көндөҙгө тәнде ҡурып алып барған  селлә һәм төнгө һыуыҡтар (бигерәк тә тауҙарҙа), ваҡытында туҡланмау, ағыулы йыландар, бөжәктәр, бысраҡлыҡ, сирҙәр һәм башҡаларға бирешмәй  иҫән ҡалырға өйрәнергә тура килде. Совет һалдаттарының хатта ҡуныр, йәшәр ерҙәре лә, йоҡлар урындары ла булмай. Йәш кенә балаларға әзмәүерҙәй 35-45 йәшлек ирҙәргә ҡаршы торорға кәрәк ине.

 1989 йылдың 15 февраленә тиклем Афғанстанда 620 мең совет һалдаттары, офицерҙары, генералдары ғәскәри бурыстарын үтәй. Ошо ваҡыт арауығында 14453 кеше — яраларҙан, бәхетһеҙ ваҡиғаларҙан үлде, 330-ы эҙһеҙ юғалды, әсирлектән ҡайтманы, 35 меңе  йәрәхәт алды. Рәсәйлеләрҙең яҙмышы тау һәм ҡом илендәге ваҡиғалар менән ғүмерлеккә бәйле.

Беҙҙең егеттәр барлыҡ ауырлыҡтарҙы лайыҡлы, батырҙарса ҡаршыланы. Улар тау һағында ла, һауала ла, ерҙә лә, Гератта ла, Кандагарҙа ла, Кундузда һәм Джелалабадта ла һалдат бурыстарын намыҫлы үтәне.  Ҡамауға эләгеп, БТР-ҙарҙа тереләй янды, пулеметтарҙың  “утлы ямғыры” аҫтында саңға сәсәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып яралыларҙы сығарҙы, дошман менән икәүҙән-икәү ҡалып, хәрби иптәштәрен ышыҡланы. “Хәтер китабы”ның биттәрен асып ҡарағыҙ...”төнгө һуғышта батырҙарса һәләк булды”, “дошман көсө өҫтөн булған алышҡа кереп һәләк булды”, “үлемесле яралы көйө, һуңғы һулыш алғансы алыш менән идара итте”, “ҡоралһыҙ бәрелештә һәләк булды”....

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, интернациональ бурысты намыҫлы үтәгән  өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән 200 мең хәрби хеҙмәт итеүсе, шул иҫәптән 10900-ө үлгәндән һуң бүләкләнде. Советтар Союзы Геройы исеме 66 хәрбигә, улар араһынан 23-өнә үлгәндән һуң бирелде.

1989 йылдың 15 февралендә һуңғы  бронетранспортёрҙың тәгәрмәсе тыуған ергә ҡағылды. Шулай итеп, һуғыш 9 йыл 1 ай 19 көн буйы һуҙылды.

Юғалтыуҙар тураһында һөйләү һәр ваҡыт ауыр һәм йәрәк әрнеткес. Ә ғүмерҙәре иртә өҙөлгән  йәштәр хаҡында икеләтә ауыр.

Бөгөн беҙ Баҡалды ауыл биләмәһендә тыуып үҫкән Руслан Сәйфуллинды ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ. Ул ошо һуғышта хәрби бурысын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк була.

Һүрәттә егеткә ни бары 20 йәш. Тарих үлсәмендә 20 йыл күп күренә. Ә яҙмыш менән ебәрелгән 20 генә йыл ғүмер бигерәк аҙ шул.

1968 йылдың 14 ноябрендә Тирәклелә йәшәгән Миңзифа Ҡорбанғәли ҡыҙы һәм Фәрхитдин Хөснөтдин улы Сәйфуллиндарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе бала донъяға килә. Уға Руслан тип исем ҡушалар. Сәйфуллиндарҙың Рөстәм, Рәжәп, Раян, Рим улдары ҡустыларын яратып, көтөп ала. Русланға бер йәш тулғас, ғаилә Баҡалдыға күсә. Бында йәшәй башлағас, Рәсих, Римма һәм Руфат тыуа. Ошондай ҙур һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнә лә инде Руслан. Әсә кеше мәктәптә уҡыта, Русландың класс етәксеһе лә була.

Кесе йәштән үк ул физкультура һәм спортты ярата, мәктәп йылдарында ошо өлкә буйынса еңеүҙәре, призлы урындар яулағаны өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 9-сы класты тамамлағас, егет Күгәрсен районы Мораҡ һөнәрселек училищеһына документтарын тапшыра (бында әсәһенең туғандары йәшәй). Спортсы йәш кеше Күгәрсендә лә киң билдәлелек яулап өлгөрә. Диплом алғас, Баҡалдыға ҡайтып, совхозда хеҙмәт юлын башлай. Бына уның эш еренән ҡылыҡһырнамә: “Баҡалды совхозында келәт мөдире ярҙамсыһы вазифаһын үтәгән осорҙа Руслан Сәйфуллин үҙен тырыш, намыҫлы, талапсан итеп күрһәтте. Эшен яратып башҡара. Буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә, район ярыштарында еңеү яулап тора. 11 август, 1986йыл.”

Шул йылдың көҙөндә Руслан хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙын ала.  Унан алда ғына ул “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсында ҡатнаша.

Армияға киткәс, башта Таджен ҡалаһына эләгә, унда 6 ай хәрби уҡыуҙар үтә. Һалдаттарҙы етди әҙерләйҙәр, ял итергә лә ваҡыттары булмай. Оҙаҡламай Сәйфулиндарға часть командирынан хат килеп төшә: “Хөрмәтле Фәрхитдин Хөснөтдин улы! Беҙҙең частҡа Афған Демократик Республикаһында үҙенең интернационал бурысын үтәү өсөн һеҙҙең улығыҙ Сәйфуллин Руслан килде. Беҙ һеҙгә улығыҙ тураһында  тейешле хәстәрлек күрергә вәғәҙә итәбеҙ. Беҙҙең хәрби коллектив яҡшы. Олораҡ хәрбиҙәр йәш быуынға ихтирам менән ҡарай, сөнки улар беҙҙең алмаш...”

Юғарылағы хаттың эстәлегенән генә ата-әсә улдарының Афған еренә оҙатылыуын белеп ҡала. Руслан сит ерҙәрҙән һирәк хаттар яҙа. Ул бер ваҡытта ла хәрби хәрәкәттәр, нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында хәбәр итмәй. Һәр хатында һуғыштың оҙаҡламай бөтәсәге һәм ҡайтыуы, бөтәһенең дә яҡшы булыуы тураһында яҙа, яҡындарын тынысландыра. Бына уның 1988 йылда ебәргән хатынан өҙөк: “Ҡәҙерле, һөйөклө әсәкәйем! Һине тыуған көнөң менән ҡотлайым! Һинең һәр ваҡыттағыса һөйкөмлө, дәртле, шат һәм матур булыуыңды теләйем.  Ошо көндән алып һинең бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын. Оҙон ғүмерле, бәхетле бул!”

1988 йылдың 27 сентябрендә демобилизация тураһында ҡарар сыға һәм барыһы ла ҡайтырға йыйына башлай. Афған осорондағы фотоһүрәттәргә ҡарап, егеттәрҙең дуҫлығы күҙгә салына. Ҡайҙа ғына рәсемгә төшмәһендәр: афған ауылдарындамы, ял мәлендәме, яуҙан һуңмы, баҙарҙамы — һәр ерҙә лә улар берҙәм, туғандаш.

1988 йылдың 14 ноябрендә Сәйфуллиндарҙың ҙур ғаиләһе Русландың 20 йәшен билдәләргә тип йыйыла. Байрам табыны артында берәү ҙә оло ҡайғы тураһында уйлап та бирмәй. Ә ул 11 ноябрь көндө үк була. 17 ноябрь Сәйфуллиндарға ҡара хәбәр килә: “Хөрмәтле Фәрхитдин Хөснөтдин улы! Көйөнөс менән һеҙгә, улығыҙ Сәйфуллин Русландың хәрби хеҙмәтен һәм интернациональ бурысын үтәгән сағында яраланыуы һәм 11 ноябрҙә үлеүе хаҡында хәбәр итәбеҙ. Ауыр ҡайғыларығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Хәрби комиссар: капитан Простакишин”.

18 ноябрь Баҡалды ауыл советында сираттан тыш сессия ойошторола. Унда афған һуғышсыһын ауыл үҙәгендә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарҙың һәйкәле эргәһендә ерләргә тигән ҡарар сығарыла. 19 ноябрь Руслан Фәрхитдин улын ерләйҙәр. Уның менән хушлашырға туғандары, яҡындары ғына түгел, бөтә Баҡалды, Тирәкле һәм башҡа яҡын тирәләге ауылдарҙан кешеләр йыйыла.

Афған мәктәбен 78 яҡташыбыҙға үтергә тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс егетебеҙ шул ҡәһәрле һуғыштан ҡайта алманы, таулы афған ерендә баш һалды. Улар: Баҡалдынан  — Сәйфуллин Руслан Фәрхитдин улы, Айытмәмбәттән Әхмәтов Уран Марс улы һәм Ырныҡшынан Еремин Георгий Алексеевич.

Күпме генә ғүмер үтмәһен, яугир-интернационалистарҙың йөрәктәрендәге ауыр тойғоларҙы, улар күргән ғазап-борсоуҙарҙы йыуып төшөрөү һис мөмкин түгел. Утлы юлдар, хәрбиҙәрсә ысын дуҫлыҡ, батырҙарса һәләк булған хеҙмәттәштәр хәсрәте — былар барыһы ла мәңге онотолмаҫ ваҡиғалар.

Ҡот осҡос афәтты үҙ күҙе менән күргән, уның эсендә ҡайнаған, ғүмерендә мылтыҡ та тотоп ҡарамаған килеш, ямғыр кеүек яуған ҡурғаш аҫтында иҫән ҡалырға, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ҡалған иптәштәренең өҙгөләнеүҙәрен ишетергә, үҙ ҡулында йән биргән иптәшенең һуңғы аманатын үтәргә көс тапҡан батырҙарыбыҙҙы мәңге хөрмәт итергә бурыслыбыҙ.

Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен!

            Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас