

— Бөгөн хужалыҡты 35 эшсе хеҙмәтләндерә. Малсылар, һауынсылар үҙ вазифаларына яуаплы ҡарай. Коллектив берҙәм булғанлыҡтан эштәр ырамлы, план буйынса бара. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға ынтыла. Ҡышҡы осорҙа сифатлы продуктлылыҡ алыу өсөн малдарҙы тейешле ҡарау, дөрөҫ тотоу һәм ваҡытында ашатыу төп маҡсат.
Әлегә 418 баш һыйыр малы, 150 — йылҡы ҡыш сыға. 2021 йылда үрсем буйынса 208 йәш мал һанала. Ғинуар башынан 31 баш быҙау тыуҙы. Быҙау ҡараусылар бөйрәкәйҙәрҙе хәстәрле тәрбиәләй, башта уларға тейешле күләмдә һөт эсерһәк, һуңғараҡ витаминлаштырылған ҡатнашмалар өҫтәп бирә башлайбыҙ.
Беҙҙә юғары сифатлы һөт етештерелә. Быны ғорурлыҡ менән әйтә алам. Тәүлегенә 11,7 кг һөт һауып алына. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Мал аҙығы запасы етәрлек кимәлдә, ҡуралар төҙөк, йылы, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ, шуға күрә иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс менән ҡарайбыҙ, — тип эш барышы менән таныштырҙы хужалыҡтың идарасыһы Урал Яҡшыбаев.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.