

Әйткәндәй, “еңел ҡуллы” ханым быға тиклем дә бер нисә тапҡыр бүләк отҡаны булды.
— Стәрлетамаҡта йәшәгән осорҙа ауылға инәйемдәргә ҡайтҡан саҡта гәзитте уҡып, ҡайһы берҙәрен үҙем менән ала торғайным. 2002 йылда Абҙанға бөтөнләйгә күскәс, бер йыл да ҡалдырмай яҙылып барам.
Гәзит элек-электән бик йөкмәткеле. Унда ижтимағи тормош та, сәйәси, тәрбиәүи, әхлаҡи, дин һәм башҡа бик күп темалар буйынса мәҡәләләр, яҙмалар урын ала. “Инйәр” ҙе яратып уҡыған, һағынып көтөп алғандар рәтенәнмен.
Яңы йылдан гәзиттең бер тапҡыр ғына сыға башлауына өйрәнеп етеп булмай. Элек аҙнаһына ике тапҡыр көтә инек, ә хәҙер аралар оҙонайҙы. Яҡшы яғы ла бар — гәзит хәҙер оҙағыраҡ уҡыла, яңы рубрикалар ҙа ҡыҙыҡһындыра.
Бүләк отоуымды ауылдашым Гүзәлиә Әлимғолова аша белдем. Ул үҙе уйын барышында ҡатнашҡан икән. Ҡайтҡас:
— Һөйөнсө, һиңә бүләк сыҡты! — тине. Бик ҡыуандым. “Инйәр”гә бынан кире лә тоғро уҡыусыларын матур хәбәрҙәре менән ҡыуандарып, тиражы үҫеп тороуын теләйем, — тине Тәслимә Ғәйнислам ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.