Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 04:59

Ҡыҙыл Ырғыҙлыларҙың изге ниәте

Урындағы башланғыстарҙы хуплау буйынса йомғаҡлау йыйылышы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙыл Ырғыҙлыларҙың изге ниәтеҠыҙыл Ырғыҙлыларҙың изге ниәте
Ҡыҙыл Ырғыҙлыларҙың изге ниәте

Арх-Латыш ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында  йыл аҙағында урындағы башланғыстарҙы хуплау буйынса граждандар менән фекер алышыу  булды. Унан алда урындағы инициатив төркөм һәм ауыл хакимиәте тарафынан йыйылышҡа әҙерлек саралары үткәрелде.

Ошо йәһәттән ауыл халҡы менән ике тапҡыр осрашып, һөйләшеү уҙғарылды. Унда Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылына ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар,  буласаҡ проектты тормошҡа ашырыу  өсөн аҡса табыу мәсьәләләре һәм башҡалар ҡаралды. Иң мөһим проблемаларҙы асыҡлау маҡсатынан кешеләр араһында һорауҙарға яуап биреү ойошторолдо.

Күпселек тауыш ауыл зыяратын кәртәләүгә бирелде.  Артабан тәҡдим ителгән объектҡа барып, тирә-яғы ҡаралды, башҡарыласаҡ эштәрҙең күләме билдәләнде, материалдар һатып алыу һәм эш башҡарыуға смета әҙерләнде, зыярат эсе йыйыштырылды.

Йыйылышта 28 Ҡыҙыл Ырғыҙлы халҡы, ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин, урындағы башланғыстарҙы хуплау буйынса куратор  Любовь Губачева (район хакимиәте башлығының урынбаҫары),  район Советы депутаты Фәнзил Хисаметдинов, ауыл биләмәһе депутаттары Роза  Ғәлиәхмәтова  менән  Лилиә Каранинская ҡатнашты. Проект ҡаралған көн “Ташҡын” фольклор төркөмө барыһына ла сағыу концерт номерҙары бүләк итте.

 

Һөйләшеү барышында зыяратты кәртәләү проекты менән  “ППМИ-2022” бәйгеһендә ҡатнашырға ҡарар ителде.  Шунда уҡ биш кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Проекттың төп йүнәлештәре: кәртәләү буйынса эш, ауыл хакимиәтенән, халыҡтан һәм бағымсыларҙан аҡсалата ярҙам күләме хәл ителде.

Конкурс комиссияһы 2022 йылдың яҙында еңеүсе-проекттарҙы билдәләйәсәк. Ырғыҙлыларҙың изге ниәте тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Лилиә Каранинская,

ауыл биләмәһе депутаты.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас