Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 04:28

Пар аттарҙа елеп кенә…

Ғинуар айының тәүге аҙнаһында Республикабыҙҙың Туризмды үҫтереү үҙәге Башҡортостан Республикаһы Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Өфөлә “TERRA Ҡыш – 2022” Яңы йыл фестивален ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пар аттарҙа елеп кенә…Пар аттарҙа елеп кенә…
Пар аттарҙа елеп кенә…

Һөҙөмтәлә, 4 ғинуарҙа “TERRA Ҡыш – 2022” сиктәрендә   Бөтә Рәсәй атлы-сана арбалары парады үткәрелде. Унда иң матур арбаны, ҡамыт-дуғаны иң матур биҙәү буйынса конкурс та уҙғарылды. Төп приз  – 100 мең һум.

Районыбыҙ делегацияһы ла ошо мәртәбәле сарала ҡатнашты.  Өфө ҡалаһының Ағиҙел ярында республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан атлы саналар экипаждары йыйылды. Парадта экипаждарҙың, аттарҙың биҙәлеше буйынса “Иң яҡшы биҙәлгән сана”, “Иң дәртле экипаж”, “Иң үҙенсәлекле таныштырыу”, “Иң шәп егелгән ат” номинациялары  билдәләнде. Конкурсанттарҙы абруйлы жюри баһаланы.

Бәйгенән һуң теләүселәр атҡа егелгән саналарҙа йөрөнө. Байрам ҡунаҡтарын тәмле Яңы йыл күстәнәстәре, Ҡыш бабай бүләктәре көттө.

 Беҙҙең һыбайлылар саранан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтты.

Татьяна Найданова,

район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас