Инйәр
+4 °С
Облачно
Новости
19 Января 2022, 11:42

Малсылар һынатмай

Ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаларҙы контролдә тота.

Добавить в предпочтительные источники Google
Малсылар һынатмайМалсылар һынатмай
Малсылар һынатмай

Район мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре мал ҡышлатыу барышын мониторингылау  маҡсатында   ауыл хужалығы предприятиеларына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына сығыуҙарын дауам итә. Йыл башынан Родинский ауылында эшмәкәрлек иткән Сәғитдиновтарҙың, Валентиновкалағы — А.Ивановтың, Березовкалағы Артур Сабитовтың хужалыҡтарына эш сәфәре ҡылынды.

 Ҡышлатыу миҙгеле — яуаплы осор.  Хеҙмәткәрҙәр алдында малдарҙы имен ҡыш сығарыу, тоҡомдарҙы һаҡлап ҡалыу, сифатлы үрсем һәм продукция алыу маҡсаттары тора. Юғары   күрһәткестәрҙең береһе булып йәш малдарҙың ишәйеүе һанала. Ауыл хужалығы предприятиелары буйынса дөйөм алғанда мал ҡырылыуы көтөү әйләнешенә ҡарата  0,1 процент, йәки ағымдағы осорҙа бер баш малға тура килә, үткән йыл ике баш ине.

Юғарыла аталған хужалыҡтарҙың барыһында ла ҡышлатыу миҙгеле планға ярашлы бара. Улар сифатлы аҙыҡ запастары менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгән. Район буйынса дөйөм алғанда, 2021-2022 йыл ҡышына 9100 тонна бесән, 7200 тонна сенаж һәм  2440 тонна силос әҙерләнгән, йәиһә бер шартлы баш малға 37,2 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.

Татьяна Найданова,

мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас