Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 10:19

“Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ..”

Һәләтле балаларға республика Башлығы бүләге тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ..”“Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ..”
“Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ..”

Башҡортостан Башлығы Шыршы байрамы коронавирус пандемияһы сәбәпле, былтырғы кеүек,  урындарҙа, йәғни райондарҙа, ҡалаларҙа үтте. Был ваҡиға 2021 йылдың 24 декабренә билдәләнгәйне.

 780 бала республика етәксеһе бүләген алды. Шуның дүртәүһе — беҙҙең райондан. Улар — төрлө фәндәр буйынса олимпиада, спорт ярыштары, конкурстар еңеүселәре. Шәйхина Алина (Тирәкле мәктәбе),  Сафина Камила (2-се Архангел), Туҡаев Алмаз (1-се Архангел) һәм  Хөсәйенов Алмаз (Айытмәмбәт) йыл һөҙөмтәһе буйынса иң әүҙемдәр һәм тырыштыр тип табылды. Башҡортостан Башлығы бүләген район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин тапшырҙы.

— Яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, һеҙгә артабан да уҡыуҙа, спортта, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңыштар теләйем. Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмағыҙ, һәр ваҡыт юғары маҡсаттар билдәләп, алға ҡарап йәшәгеҙ! – тине Айрат Закир улы.

Тантаналы саранан һуң уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары, конкурстар еңеүселәре Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, киләһе йыл хужаһы Юлбарыҫ һәм башҡа әкиәт, йәнһүрәт геройҙары ҡатнашлығында күңелле Яңы йыл тамашаһында күңел асты.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас