

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ололарға күстәнәстәр, үҙҙәре бәйләгән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, йылы тәпишкәләр килдерҙе. Коронавирус инфекцияһы сәбәпле ансамбль вәкилдәре тәрбиәләнеүселәр менән шәхсән осраша алманы. Уларҙы социаль йорттоң директоры Николай Мещеряков йылы ҡаршы алды һәм бүләктәрҙе ихлас ҡабул итте. Альберт Әсҡәт улы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто хеҙмәткәрҙәренә, тәрбиәләнеүселәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләне.
Китергән бәләкәй генә бүләктәр йорт-интернатта йәшәүселәргә шатлыҡ өләшкәндер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Тирә-яғыбыҙҙа һөйөү, күңел йылылығы һәм бер-беребеҙҙе аңлау ни тиклем күберәк булған һайын, тормошобоҙ ҙа шул тиклем сағыуыраҡ, шатлыҡлы ваҡиғаларға байыраҡ буласаҡ. Шуға күрә изге эштәрҙән ситтә ҡалмайыҡ.
Миңнира Ибәтуллина.
Убалар ауылы.
Автор фотоһы.