Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2021, 14:43

Тирәклелә — ҙур байрам

Ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы...

Тирәклелә — ҙур байрам
Тирәклелә — ҙур байрам

Үткән шәмбе Тирәкле ауылында Архангел районы тарихында беренсе тапҡыр башҡорт халҡының милли спорт төрө — ат сабышы үтте.

Сараның маҡсаты —  әүҙем ялды, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү һәм таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу, ат спортының милли төрөн популярлаштырыу һәм иң көслө спортсыларҙы, иң яҡшы аттарҙы асыҡлау.

Дүрт заезда ойошторолған бәйгелә архангелдәрҙән тыш, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан 25-тән  артыҡ һыбайлы көс һанашты.  Сабышта башҡорт тоҡомо паспорты булған йылҡылар сапһа, егелгән сана менән уҙышыуҙа эшсе аттар, ә “Бәйге” конкурсында төрлө тоҡомдар ҙа ҡатнашты. Матур йоланы тамаша ҡылырға күрше ауылдарҙан, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар йыйылды. Һәр кем үҙҙәренеке өсөн “ауырыны”. Ҡышын үткән ат спорты ярышы, ысын мәғәнәһендә, ҙур тамашаға әүерелде.

Сабыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле, әммә, сәмле барҙы. Малҡайҙар сара башында уҡ уйнаҡлап, атлығып торҙо, хужалары уларҙы саҡ тыйҙы.

Һөҙөмтәлә, 1-се сабышта Фәнис Буранбаев 2-се урынға,  3-өнсөһөндә Рәвил Баһауетдинов беренселеккә сыҡһа, 4-селә Илмир Әминев 3-сө баҫҡысты яуланы.

Бәйгене ойоштороусылар Гөлшат Шәрәфетдинова менән  Салауат Шәйхин ҡунаҡтарҙы, һыбайлыларҙы етди, матур әҙерлек менән ҡаршы алды. Эшҡыуарҙарҙың тырышлығы арҡаһында ярыш юғары кимәлдә үтте.

Ҡышҡы ат сабышы киләһе йылдарҙа ла матур йола булып дауам итер, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в