Ишембай ҡалаһында ошо көндәрҙә «Тауыш» төбәк вокал ансамблдәре конкурсы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы ҡалаларынан һәм райондарынан 70 коллектив ҡатнашты.
Районыбыҙ данын исеменән район мәҙәниәт йортоноң «Тамсылар» башҡорт йыр ансамбле яҡланы. Жюри халыҡ, эстрада, академик вокал номинациялары буйынса сығыштарҙы баһаланы. Күп кенә вокал ансамблдәр араһынан юғары башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙоҡ тип әйтһәк һис яңылыш булмаҫ, тип уйлайым.
Беҙҙең «Тамсылар» башҡорт халыҡ ансамбле бөтә төбәк конкурсының 3-сө дәрәжә дипломанты булды. Мәртәбәле жюри алдында һынау тотоп 1 турҙан уңышлы үттек. 2 турҙан да бик юғары баһа алып, районыбыҙҙың бәҫен күтәреп, башҡа коллективтарҙың эштәрен ҡарап, улар менән аралашып, кәңәштәрен тыңлап, йылы тәьҫораттар менән әйләнеп ҡайттыҡ. Конкурс юғары оҫталыҡта үтте, ә беҙҙең алда күпме пландар, матур-матур йырҙар йырлайһы бар. Кешене өмөт йөрөтә, йәшәтә һәм үҫтерә тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән.
Розалия Хәсәнова, «Тамсылар» коллективы етәксеһе.
Фото Р.Хәсәнова тарафынан бирелде.