Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2022, 11:43

Урып йыйыу кампанияһы барышы менән таныштылар

Беҙҙең районда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм министр урынбаҫары Ирек Сураҡов булды.

Урып йыйыу кампанияһы барышы менән таныштылар
Урып йыйыу кампанияһы барышы менән таныштылар

Сәфәрҙә уларҙы муниципалитет башлығы Айрат Сәйетғәлин, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азамат Нарбутин оҙатып йөрөнө.

«Үҙәк» машина-трактор станцияһы, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы, «Сабитов А.К.» к(Ф)Х-һы, «Кузнецов Ю.К.» к(Ф)Х-һы аграрийҙары менән осрашыу барышында Илшат Фәзрахманов сәсеүлектәрҙең торошо, уңыш кимәле, техника эше менән ҡыҙыҡһынды. Ул «Үҙәк» МТС-ы хужалығында ужым бойҙайының уңышын баһаланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул ваҡытта аграрийҙар һәр гектарҙан 37-шәр центнер алған.

Ураҡ эштәре барышы һәм колледж филиалы эшмәкәрлеге менән танышыу барышында республиканың аграр ведомствоһы етәксеһе ауыл хужалығы эштәре менән мәшғүл коллективҡа һауа торошо яҡшы булыуын, хәрби кәйеф һәм уңыш теләне.

 

Ирина Куркова Фотоһы.

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в