- Башҡортостанда ағымдағы йылда кадастр иҫәбенә ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттары иҫәбенең артыу динамикаһы дауам итә. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында граждандар һәм ойошмалар 75 меңдән ашыу күсемһеҙ милек объектын иҫәпкә ҡуйған, был 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк (39 587). Шул уҡ ваҡытта 54 меңдәнндай ғариза элен төрҙә килде, былтыр иһә - 19,5 меңләп объект - был күрһәтес динамика 180% тәшкил итте, - тине "Росреестр" ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов.
Росреестрҙа билдәләүҙәренсә, кадастр иҫәбенә ғаризаларҙың күпселек өлөшөн (70%) власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары бирә, шул иҫәптән граждандар һәм эшҡыуарҙар мәнфәғәтендә.
- Бөгөнгө көнгә власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, төҙөүсенән төҙөлөш тамамланыуы тураһында белдереү ҡағыҙы килгәндә) граждандар һәм бизнес мәнфәғәтендә кадастр иҫәбе һәм (йәки) хоҡуҡтарҙы теркәү тураһында документтарҙы үҙ аллы Росреестрға ебәрергә тейеш, өҫтәүенә уларҙы бер яҡлы ғына ҡултамға менән раҫлап, электрон төрҙә эшләй ала, - тип аңлатты төбәк Росрестр ҡарамағындағы Йәмә ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Денис Мусин.
Фото: Новый Белокатай
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru