Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2022, 11:18

Башҡортостанда 700 йыллыҡ ҡарағас үҫә

Баймаҡ районы башлығы 700 йыллыҡ тарихы булған ҡарағас тураһында һөйләне. Ғалимдар уның йәшен олонона һәм ботаҡтарына ҡарап билдәләгән.

Башҡортостанда 700 йыллыҡ ҡарағас үҫә
Башҡортостанда 700 йыллыҡ ҡарағас үҫә

«Ҡарағас — быуаттар алмашыныуының шаһиты! Бетерә ауылында иҫ киткес ағас үҫә. Был ҡарағас ябай түгел, күп быуаттар буйына йәшәгән ғәйәт ҙур ағас ул.

Уға һыйынып, рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең, энергияһы менән дәртләнеп, яңы көс алаһың. Был ағасҡа маршрут бик ҡатмарлы — юлһыҙлыҡ, төпкөл», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Фәнис Әминев.

 

Источник: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-25/v-bashkirii-rastet-700-letnyaya-listvennitsa-2921889

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в