Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2022, 11:37

Башҡортостан Башлығы Архангел районы оҫталарын дизайнер мебеле эшләү менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың Архангел районынан «Ағастар күләгәһендә» дизайнер мебелен эшләү буйынса ғаилә оҫтаханаһын ойошторған Павел Михайлов тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Архангел районы оҫталарын дизайнер мебеле эшләү менән таныштырҙы
Башҡортостан Башлығы Архангел районы оҫталарын дизайнер мебеле эшләү менән таныштырҙы

«Таныш булығыҙ, Павел Михайлов, йәш, һәләтле егет. Пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры. Өфө дәүләт авиация техник университетын тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған, сит илдә уҡыу өсөн Рәсәй Президенты стипендияһын алған. Уның сиктәрендә 2020 йылда Италиялағы юғары уҡыу йортонда (University of Salerno) стажировка үткән. Был ғына ла түгел. Павел Михайлов 3х-моделләүҙе үҙләштереп, цифрлы программа менән идара итеү станоктары менән эшләргә өйрәнгән. Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының «Йәштәр эшҡыуарлығы» белем биреү программаһын тамамлап, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. 25 йәшкә тиклемге эшҡыуар булғас, уның грант алыу мөмкинлеге лә бар», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Оҫта имән һәм эпоксид ыҫмалаһынан сувенирҙар, журнал өҫтәлдәре, сәғәт кеүек үҙенсәлекле әйберҙәр эшләгән, тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, грант аҡсаһына киптереү аппаратын һәм фрезер станогын һатып алыу планлаштырыла.

«Бына шундай инициативалы кешеләргә ярҙам итергә әҙербеҙ. Бөтә ярҙам саралары бында, беҙҙең инвестиция порталындағы махсус бүлектә: https://investrb.ru/ru/business/business_support», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. 

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в