Фильм геройҙары "Орлёнок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә каникулда ял итергә килә. Осраҡлы ғына ҡыҙыҡай ете таш аҡһаҡалдың береһен уята һәм хәҙер балаларҙы бергә туплап, ҡурҡыуҙарын еңеп сығырға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә һәм мөмкин булмаған нәмәләргә ышанырға тура килә.
Фильмды 2020 йылда 60 йәшен билдәләгән «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгенең юбилейына төшөрөргә күҙаллағайнылар.
Картина өҫтөндә эш ике йылдан ашыу ваҡытты алды. Фильмды төшөрөүгә һәм уйлағанын ғәмәлгә ашырыуға 2019 йылдың аҙағына тура килгән пандемия йоғонто яһаны. Һөҙөмтәлә был процесс 2020 йылдың көҙөндә эшләй башлай һәм 2022 йылда фильм өҫтөндә эште тамамлай ала.
Фильмды төшөрөү «Орленок»та алып барылды һәм ай ярым самаһы ваҡытты алды. «Орленка легендалары» картинаһына сценарийҙы бала сағында был үҙәктә ял иткән Валентин Преториус яҙған.
Фильмдағы ролдәрҙең береһен балалар үҙәге директоры Александр Джеус башҡарған, ә ҡайһы бер сәхнәләрҙә 10 һәм 11 сменала Үҙәктә ял иткән «орляттарҙы» күрергә мөмкин.
Актриса Екатерина Самуйлина фильмда төп ролдәрҙең береһен башҡарҙы. Ул кино төшөрөү процесы барышында актер балаларҙың ҡунаҡханала түгел, ә лагерҙа йәшәүҙәре хаҡында һөйләне. Был уларға «орлят» мөхитен тулыһынса тойорға мөмкинлек биргән.
Өҫтәп әйтергә генә ҡала, «Оренка легендалары» - ғаилә менән ҡарау өсөн матур, изге һәм фәһемле фильм.
Фильм 11 августа киң прокатҡа сыҡты. Уны республика кинотеатрҙарында һәм кинозалдарында ҡарарға мөмкин.
Фильмға билеттарҙы "Пушкин картаһы" буйынса һатып алырға мөмкин.
Фото: скрин (трейлер).