Ярыштарҙа 40-тан ашыу велосипедсы ҡатнашты, улар араһында профессионалдар ҙа (18-49 йәштәге ир-егеттәр төркөмөндә - 17,5 саҡрым арауыҡты, 50 һәм ҡатын-ҡыҙҙар - 12,5 саҡрым), шулай уҡ башлап йөрөүселәр ҙә (18 йәшкә тиклем, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар - 5 саҡрым).
Сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы А.З. Сәйетғәлин, Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе А. В. Тиунова, Абҙан ауылы башлығы А. М. Хәсәнов, баш судья Р. Р. Фәйзуллин сәләмләнеләр.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Чемпион - кубок!
Фото Алевтина Тиунованан алынған.