«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы федераль бюджеттан 90 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте.
2023 йылда балаларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәренә), шулай уҡ балаларын тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән субсидиялар формаһында федераль бюджеттан гранттар биреүгә конкурс һайлап алыуында төрлө йүнәлештәге 25 ойошма (балалар баҡсалары, мәктәптәр, Республика йәштәр сәйәсәте комплексы һәм ғаилә үҙәктәре) еңеү яуланы.
- Федераль бюджеттан гранттың дөйөм суммаһы 90 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, өҫтәүенә һәр ойошма 2-нән 10,4 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Аҡса баланы үҫтереү, тәрбиәләү, уҡытыу һәм социалләштереү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләгән граждандарҙың ғәмәлдәрен планлаштырыу мәсьәләләрендә ата-әсәләргә консультациялар биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтелә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Проект сиктәрендә һәр ата-әсә белгестәрҙән балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса консультация ала аласаҡ. Консультациялар консультация үҙәгендә шәхси ҡабул итеүҙә йәки ситтән тороп уҙғарыла. Бынан тыш, белгестәр төпкөл ауыл биләмәләренең ата-әсәләре өсөн консультациялар ойоштора ала.
Еңеүселәр хаҡында мәғлүмәт Рәсәй Мәғариф министрлығының сайтында бирелгән.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы