Был Башҡортостан Республикаһында янғын хәүефе менән бәйле. 2022 йылдың 23 авгусынан 5 сентябренә тиклем туристарҙың урманда йөрөүенә сикләүҙәр индерелә, һәм «Асҡын боҙ мәмерйәһе» тәбиғәт паркы, бөтә экскурсияларҙы туҡтатып, үҙ эшен туҡтатты. 5 сентябрҙән һуң уның эшмәкәрлеген тергеҙеү күҙаллана.
Регламентҡа ярашлы, ҡышын мәмерйәлә көнөнә - 120-нән, йәйен 70-кә тиклем кеше булырға мөмкин. Уға барыу өсөн төркөмдәр бронләү тәртибендә төҙөлә.
Парк хакимиәте ял итеүселәрҙе сәфәргә яҡшы кәйеф алырға саҡыра.