Шулай уҡ бишенсе класлы урман янғыны хәүефе Бөрө һәм Кушнаренко райондарында һаҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.
4 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республика биләмәһендә юғары янғын хәүефе Асҡын, Балаҡатай, Дүртөйлө, Йылайыр, Учалы, Федоровка һәм Яңауыл райондарында һаҡлана.
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда урман янғындары теркәлмәгән, дөйөм алғанда, республикала кесе һәм урта класлы янғын хәүефе фаразлана.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы