Инйәр
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август , 11:26

«Торатау» геопаркында туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килә

Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең Мәләүез районында уҙған күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары эшмәкәрлеге мәсьәләләрен дә тикшерҙе.

«Торатау» геопаркында туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килә
«Торатау» геопаркында туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килә

«Торатау» геопаркының фән, мәғариф, экология һәм туризм үҙәге директоры Сәйҙә Суворова һөйләүенсә, быйыл ноябрҙә махсус йыһазландырылған тимер баҫҡыс — тауға менеү өсөн 5,65 саҡрым оҙонлоҡтағы экоһуҡмаҡ һалыу тамамлана. Бында 80 автомобилгә иҫәпләнгән парковка булдырыла, шулай уҡ яңы тирмәләр ҡороу планлаштырыла.

Баҫҡыс төҙөү үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, уникаль тәбиғи байлыҡты һаҡлау өсөн кәрәк. Әле Торатау битләүендә 40-ҡа яҡын һуҡмаҡ бар. Уларҙың һәр береһе — тапалған һәм юҡҡа сығарылған үҫемлектәр һыҙаты, был һуңынан флора һәм фаунаның, шул иҫәптән һирәк осраған һәм Ҡыҙыл китапҡа ингән төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин.

Махсус экоһуҡмаҡ-баҫҡыс менгәндә һәм төшкәндә туристар хәрәкәтен яйға һалырға мөмкинлек бирә. Ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн баҫҡыста ял итеү зоналары һәм мәғлүмәт стендтары булдырыла.

Башҡортостан Башлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына геопарктар янындағы туристик инфраструктураны комплекслы үҫтереү проектын еренә еткереп эшләргә ҡушты.

«Быйыл туристар өсөн Торатауға экоһуҡмаҡ-баҫҡыс асабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шулай итеп, йыл һайын яңы объекттар асырбыҙ, республика ҡунаҡтарын һәм халҡын йәлеп итеү өсөн уңайлы урындар булдырырбыҙ».

«Янғантау» геопаркында өс өҫтөнлөклө объект билдәләнде. «Мәсетле» геологик музей комплексы, «Каруанһарай» этнографик комплексы һәм «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы. Проект-тикшеренеү эштәренә 50 миллион һум бүленгән.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һунарсылар өсөн ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға квотаны кәметеүҙе ҡайтанан ҡарарға ҡушылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-02/v-geoparke-toratau-bashkirii-poyavyatsya-novye-tochki-prityazheniya-dlya-turistov-2896144

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в