Инйәр
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август , 10:13

Республикала туристар өсөн 38 глэмпинг асылған

Башҡортостанда республикалағы глэмпингтар исемлеге баҫылды. Әлеге ваҡытта унда яңы туризм төрөндәге 38 объект иҫәпләнә. Исемлек яңыртыласаҡ.

Республикала туристар өсөн 38 глэмпинг асылған
Республикала туристар өсөн 38 глэмпинг асылған

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов төбәктә модулле отелдәр селтәрен үҫтереү туристар ағымын киңәйтергә ярҙам итер тип иҫәпләй. Был өлкәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ бюджетҡа һалым керемдәре артасаҡ, тип билдәләне министр.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, яңыраҡ республиканың Көньяҡ-Көнбайышында глэмпинг асылды. Проектты тормошҡа ашырыуға 12 миллион һум самаһы аҡса һалынған һәм алты яңы эш урыны булдырылған, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Тиҙҙән Башҡортостанда тағы ла бер нисә глэмпинг асыу күҙаллана. Яңы туристик локациялар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышында асыла.

 

Иҫәпсе: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в