Инйәр
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2022, 11:23

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен, томан һәм янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразына ярашлы, 3 августа төндә республикала урыны менән йәшен йәшнәүе, төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Эҫе көндәрҙә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе янай.

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен, томан һәм янғын хәүефе тураһында иҫкәртә
Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен, томан һәм янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 4-9 метр, йәшен йәшнәгәндә секундына 14 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +11, +16°, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа +6°, көндөҙ +23, +28°.

Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында 500 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан.

Өфөлә лә болотло була, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ иһә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 4-9 метр. Һауа температураһы төндә +12, +14°, көндөҙ +26, +28°.

3 августан 8-енә тиклем республикала ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-02/vnimanie-mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-groze-tumane-i-pozharoopasnosti-2895747

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в