Инйәр
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2021, 16:40

18 йәштән алып 35 тиклем йәш әсәләр өсөн конкурс!

Из открытых осточников
Фото:Из открытых осточников

Йәш әсә - 2021" район-ара онлайн-конкурсы Архангел районы территорияһында йәшәүсе һәм балалары булған 18-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уҙғарыла. Конкурс Бөтә донъя Әсәләр көнөнә арналған. Әлеге талаптар конкурсты уҙғарыу тәртибен, уның критерийҙарын һәм баһаһын билдәләй.

Маҡсаттары:

- Йәш ғаиләнең әхлаҡи һәм мәҙәни традицияларын һаҡлау һәм арттырыу;

- Ғаилә институтының абруйын күтәреү;- йәмғиәттә ғаилә именлеге ҡиммәттәрен нығытыу.

Бурыстары:

- Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы тормошонда әсәлектең мөһим социаль роленә йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү;

- Йәш ҡатын-ҡыҙҙың үҙешмәкәр ижадының художество кимәлен күтәреү;

- йәш әсәнең һәм ғаиләнең ижади башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү;

- ғаилә ҡиммәттәре һәм әсәлекте хөрмәт итеү тураһында позитив тәҡдимдәрҙе күрһәтеү;

- йәмғиәттә өлгө алыу өсөн заманса эталондар булдырыу: Сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк биргән, ҡасаба, төбәк, илебеҙҙе яратҡан әүҙем, рухи яҡтан үҫешкән, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙың шәхси һәм профессиональ өлкәләрҙәге уңышына йүнәлтелгән заманса эталондары.

Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет Архангел районы, "Йәйғор" район мәҙәниәт йорто ойоштора. Конкурста ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 30 ноябренә тиклем E-mail: [email protected], шулай уҡ: Анкета-ғариза (ҡушымта 1);

Балалы әсәнең фотоһүрәте."Әсә булыу сәнғәте", "Лайфхаки карантина", "Ғаилә кухняһы" видеороликтары.

Ойоштороусылар: Конкурстың реклама компанияһын уҙғарыу өсөн конкурста ҡатнашыусылар (шул иҫәптән фотоһүрәттәр) тураһында мәғлүмәтте файҙаланыу хоҡуғын ҡалдыра. Йомғаҡ яһау. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе һәм призерҙар билдәләнә. Иң юғары балл йыйған бәйгесе еңеүсе була. Һәр конкурс эше жюри 10 баллы шкала буйынса баһалана. Сығыштарҙы баһалау критерийҙары: - идеяның үҙенсәлеге һәм эштең йөкмәткеһе. Еңеүселәр һәм призерҙар Архангел районы йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет грамоталары менән бүләкләнә.

Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в