Инйәр
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Сентябрь 2021, 12:07

Радий Хәбиров ни өсөн COVID-19 таралған ваҡытта Фольклориада һәм башҡа саралар ойошторолоуына яуап бирҙе

Республика Башлығы менән тура бәйләнеш барышында блогер Полина Вишневская ни өсөн COVID-19 таралған ваҡытта Башҡортостанда Фольклориада һәм башҡа саралар — көрәш буйынса донъя чемпионаты, WorldSkills ойошторолдо тигән һорау бирҙе. Һәр сараның үҙенең тарихы бар, һәр береһе Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ине, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Һуңғы ваҡытта беҙҙә өс ҙур сара үткәрелде. Беҙ һәр ваҡыт зыян һәм файҙа килтереү ихтималлығы араһында тигеҙлек эҙләйбеҙ. Файҙаһы күберәк, тигән фекергә килдек. Ағымдағы хәл тотороҡло ғына ине. Һәр сара файҙа килтерә, донъяла республикабыҙҙы таныта. Фольклориадаға 37 илдән килделәр, дуҫлыҡ байрамы булды. Көрәш буйынса донъя чемпионаты — 55 ил ҡатнашты,  бик күп йәштәр ҡараны, был спортты үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора. WorldSkills та — һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур этәргес, күп нәмәгә күҙебеҙ асылды», — тине республика етәксеһе.

Мине ныҡ тәнҡитләнеләр, тине Радий Хәбиров. Ләкин пандемия башланғандан алып республика сикләүҙәр нормаһында йәшәргә өйрәнде. Һәр сир осрағы аныҡ теркәлде, барлыҡ һаҡлыҡ саралары үтәлде.  

https://www.bashinform.ru/news/1641430-radiy-khabirov-otvetil-pochemu-v-poru-covid-19-proveli-folkloriadu-i-drugie-sobytiya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в