Инйәр
+2 °С
Облачно
Общие статьи
30 Августа 2021, 11:20

«Терра Башҡортостан» турнирының һигеҙенсе этабы комдив Шайморатовҡа бағышлана

Йәрәбә буйынса, ярышта Архангел, Туймазы, Мишкә, Әлшәй, Ауырғазы райондарының һәүәҫкәр жокейҙары ҡатнаша. Бүләк фонды – 1 миллион һум.

Добавить в предпочтительные источники Google
архив ИА "Башинформ"архив ИА "Башинформ"
Фото:архив / ИА "Башинформ"

Өфөлә 28 августа «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының һигеҙенсе һайлап алыу этабы була. Сара «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостн Хөкүмәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында уҙғарыла. Сабыш 1899 йылдың 27 авгусында тыуған Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арнала.

Йәрәбә буйынса, ярышта Архангел, Туймазы, Мишкә, Әлшәй, Ауырғазы райондарының һәүәҫкәр жокейҙары ҡатнаша. Бүләк фонды – 1 миллион һум.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, инеү ирекле. Байрам ваҡытында ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/1635773-vosmoy-etap-turnira-terra-bashkiriya-posvyashchaetsya-komdivu-shaymuratovu-/  

Ильмир Кагарманов

Читайте нас