Ошо көндәрҙә район үҙәгендә шахмат буйынса мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған XXIII спартакиаданың район этабы уҙҙы. Бәйгелә дүрт уйынсынан торған һигеҙ (1-се Архангел, 2- се Архангел, Абҙан, Баҡалды, Зәйет, Ҡыҙыл Еҙем, Липовка һәм Тирәкле) команда ҡатнашты. Тантаналы шарттарҙа мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғәфәрова, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Хәсәнова сәләмләгәндән һуң, үҙ-ара ҡыҙыу уйындар башланды.