Районда мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аҙна һайын “Эшҡыуар сәғәте” ойошторола.
Сираттағы һөйләшеү барышында он-лайн рәүештә БР Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Е.С.Кликунова Үрге Ләмәз ауылы эргәһендә Ләмәз йылғаһы буйында ял итеү өсөн этник стилдәге экскурсия-туристик базаһын төҙөү буйынса үҙ тәҡдимдәрен белдерҙе. Сарала урындағы етәкселек ер мәсьәләһен хәл итеү буйынса ярҙам итеү ҡарарын ҡабул итте.