Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2021, 10:55

“Айыҡ ауыл”

***

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған эксперт комиссияһы ултырышында үҙ проекттарын яҡланы.
Билдәле булыуынса, был конкурс республикала 2011 йылдан 2014 йылға саҡлы үткәрелгәйне. 2019 йылдың июлендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны ҡабаттан тергеҙҙе.
“Айыҡ ауыл-2020” конкурсына былтыр августа старт бирелгәйне. Декабргә хәтлем муниципаль этап үткәрелде, унда 54 райондан да ҡатнаштылар. Һөҙөмтәлә республика этабына 54 ауыл сыҡты, йәғни һәр райондан – берешәр. Икенсе этапта бәйгеселәр үҙҙәрендә спорт һәм мәҙәни саралар ойошторҙо, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары ла саҡырылды. Конкурс барышында республикала махсус “ҡыҙыу линия”лар, алыҫ райондарға табиптарҙың, белгестәрҙең сәфәрҙәре ойошторолдо.
Ҡағиҙәгә ярашлы, 2021 йылдың 25 февраленән 5 мартына тиклем республика этабында ҡатнашыусылар эксперт комиссияһы алдында үҙ проекттарын яҡлай. Халыҡ һаны буйынса ауылдар төрлөсә булғанлыҡтан, баһаны ғәҙел итеү маҡсатында, конкурс йомғаҡтары түбәндәге категорияларға бүленеп ҡарала: халҡы өс мең кешенән ашыу булған ҙур ауылдар, бер меңдән алып өс меңгә саҡлы кеше йәшәгәндәр, 200-ҙән алып бер меңгә ҡәҙәр булғандары, халыҡ һаны 200-ҙән аҙыраҡтар. Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе асыҡланасаҡ. Уларға республика Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса программаһына инергә хоҡуҡ биргән сертификаттар тапшырыласаҡ.
Был сертификаттар түбәндәге категорияларға бүленә: беренсе урын өсөн – биш миллион һум; икенсегә – өс миллион һум; өсөнсө урынға – ике миллион һум. Тимәк, 2020 йылдағы еңеүселәрҙең дөйөм приз фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас в