Инйәр
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 14:39

Пандемия ҡасан бөтөр?

***

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы етәксеһе Ханс Клюге яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһының ҡасан тамамланасағын күҙаллаған. Уның раҫлауынса, пандемия 2022 йылдың башында бөтәсәк. Был хаҡта “Российская газета “ хәбәр итә.
“Иң насары артта ҡалды. Беҙ вирус тураһында 2020 йыл менән сағыштырғанда күберәк беләбеҙ,” - тигән ул. Әммә вирус кешеләр араһында йәшәйәсәк, тик хәҙер сикләүҙәр индерергә кәрәк булмаясаҡ. “Был бары фараз ғына, ваҡиға ҡайһы яҡҡа боролор, бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмаҫ,” - тип тә өҫтәгән ул.
Билдәле булыуынса, планетала әле коронавирус йоҡторған 111 миллион кеше иҫәпләнә, ҡорбандар - 2,5 миллионға яҡын.
Читайте нас в