Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 14:27

“Интернет коммуникациялары лидерҙары”

***

Башҡортостандағы һанлы технологиялар белгестәре “Интернет коммуникациялары лидерҙары” федераль конкурсында ҡатнаша.
Конкурсҡа теркәү 22 ғинуарҙа лидерыинтернета.рф порталында башланды һәм 26 февралгә тиклем дауам итә. Әйткәндәй, был Бөтә Рәсәй ярышы беренсе тапҡыр үткәрелә.
Финалға тиклем конкурсанттар ниндәй һынауҙарҙы үтергә тейеш һуң? Иң элек онлайн-этапта тест һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк, унан һуң – туранан-тура ҡатнашыу этабы. Унда жюри ярышта ҡатнашыусыларҙың яңы кешеләр менән командала эшләү, партнерҙар менән уртаҡ тел табыу, фекереңде дәлилләп яҡлау һәләтен һ.б. баһалай. Тәүге этап марттан апрелгә тиклем арауыҡта уҙғарыла.
Иң яҡшы конкурсанттар “Диалог” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының һәм власть органдары матбуғат хеҙмәтенең кадрҙар резервына индерелә, конкурс партнеры булған компанияларҙа стажировка үтә. Уларға шулай уҡ илдәге төп интернет-эксперттары менән аралашыу, үҙ проектыңды тәҡдим итеү мөмкинлеге бирелә. Еңеүселәр һөнәри компетенцияларҙы үҫтереү программаһын үҙләштерә һәм Рәсәйҙәге, сит илдәрҙәге профилле сараларҙа ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыу шарттары: 1) РФ гражданлығы; 2) 18 йәш тулыу; 3) урта һөнәри һәм (йәки) юғары белем (тамамланмаған булһа ла ярай); 4) сит илдә йәшәгәндәрҙең Рәсәй төбәктәрендә эшләргә ризалыҡ.
Сарала ҡатнашыуға ғаризаны лидерыинтернета.рф сайтында тапшырырға, ә конкурс тураһында һуңғы яңылыҡтарҙы https://t.me/comchallenge телеграм-каналында белергә була.
Читайте нас в