Инйәр
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 14:30

“Фермерҙар мәктәбе”

***

“Фермерҙар мәктәбе” федераль проектының икенсе ағымын асыу тантанаһы булды. Сара телекүпер тәртибендә үтте, унда “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәтенең идаралыҡ рәйесе Борис Листов, проектта ҡатнашҡан төбәктәрҙең аграр ведомстволары етәкселәре, беренсе миҙгелдә уҡыу үткән фермерҙар ҡатнашты.
Республиканан федераль проектты асыу тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, “Россельхозбанк”тың Башҡортостандағы филиалы директоры Алексей Самсонов, Башҡортостан дәүләт аграр университеты Илдар Ғәбитов ҡатнашты.
“Республика проекттың беренсе пилот ағымы ҡатнашыусыһы булды, ул “Фермерҙар мәктәбе”нең көҙгө сессияһында ҡатнашты. Курсты тамамлағандар үҙ компетенциялары буйынса бер нисә баҫҡысҡа юғары күтәрелде”, - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
"Был юлы беҙ мәктәп өсөн ике йүнәлеш һайланыҡ: “Умартасылыҡ” һәм “Һыуҙа йөҙәр ҡоштар”, - тине ул. – Башҡорт бал ҡортоноң генетикаһын, йүкә һәм солоҡ балын етештереү йолаларын күҙ уңында тоттоҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда Рәсәйҙә берҙән-бер һыуҙа йөҙгән ҡоштарҙы үрсетеү буйынса селекция-генетика үҙәге булыуын да иҫәпкә алдыҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан икенсе тапҡыр “Россельхозбанк” менән Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының башлап торған фермерҙарҙы “нулдән” алып агробизнес алып барырға өйрәткән төбәктәре исемлегенә инде. Бында шулай уҡ үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙарға ла квалификацияһын күтәрергә ярҙам итәләр.
“Фермерҙар мәктәбе”ндә шөғөлләнеү Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә алып барыласаҡ. Уҡыу курсы ике ай ярымға иҫәпләнгән, ул теоретик һәм практик өлөштәрҙән тора. Уны тамамлағандар ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса дәүләт өлгөһөндәге диплом аласаҡ, улар грант ярҙамы алыу өсөн кәрәк.
Телекүперҙең тура эфирында “Фермерҙар мәктәбе”н беренселәрҙән булып тамамлаған Борай районы фермеры Рәмил Зарипов тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Был мәктәпкә килгән саҡта крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы инем. Эшләү теләге ҙур ине, тик белемем етмәне. Аңлап тора инем: яңы технологиялар ғына түгел, ә сараларҙы грамоталы бүлеү, рентабеллекте иҫәпләү һәм башҡалар өсөн белем дә кәрәк ине. Беҙ аудиторияларҙа ғына уҡыманыҡ, ә алдынғы фермер хужалыҡтарына барҙыҡ һәм уларҙа ҙур тәжрибә алдыҡ", - тине ул.
"Бөгөн төрлө мәғлүмәт үтә күп булһа ла, улар араһынан компетентлы һәм файҙалаһын табыу еңел түгел, - тине Илшат Фәзрахманов. – “Фермерҙар мәктәбе” кеүек проекттар тиҙ арала агробизнестың һайланған йүнәлешендә иң яҡшы компетенциялар алыу мөмкинлеге бирә".
Читайте нас в