Инйәр
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2021, 16:45

Юлдарҙа сикләү оҙайтылды!

***

Һауа шарттарының насарайыуына бәйле Башҡортостандың ике районында юлдарҙа бөтә төр транспорт өсөн сикләүҙәр оҙайтылды.
Баймаҡ һәм Әбйәлил районындарында сикләү бөгөн киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә:
Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай (0+000 – 66+600 километрҙа);
Магнитогорск ҡалаһына ингән юл (0+000 – 4+900 километрҙа);
Совхоздың Озерный бүлексәһе – Күсем руднигы (0+000 – 27+700 километрҙа);
“Красная Башкирия” совхозының Үҙәк усадьбаһы – Покровка (0+000 – 16+700 километрҙа);
Сибай – Күсей – Хәлил (0+000 – 41+100 километрҙа);
Магнитогорск – Ира (84+000 – 89+900, 97+300 – 156+100 километрҙа);
Сермән – Амангилде – Баймаҡ (101+800 – 183+200 километрҙа)
Сибай – Аҡъяр (0+00 – 46+100 километрҙа).
Башҡа юлдарҙа ла хәрәкәтте сикләүҙәр индерелеүе ихтимал. Шулай уҡ был тыйыу ваҡыты ла үҙгәреүе бар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн дә республиканың күп райондарында буран ҡотора, юлдарҙа һырынты һалған, күреү мөмкинлеге лә насарайған. Шуға ла юлда хәрәкәт иткәндә водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: автомобилдәр араһында һәм ян-яҡтан арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуймағыҙ. Ошондай насар һауа торошонда тиҙлекте мөмкин булғансы кәметергә кәрәк, сөнки был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.
Читайте нас в