“ИРБИС-БР” яғыулыҡ компанияһының ике проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инде. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
“М-5 автомобиль юлының Өфө районындағы өлөшөндә ике юл буйы комплексы төҙөләсәк. Улар буйынса дөйөм инвестиция күләме 450 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. 80 эш урыны барлыҡҡа киләсәк”, – тине ул.
150 миллион һумлыҡ тәүге комплекс автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станцияһын, еңел һәм йөк машиналары өсөн туҡталҡа төҙөүҙе, ял зонаһы булдырыуҙы күҙаллай. Бында 25 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Икенсе участкала күп төрлө яғыулыҡ ҡойоу, газ тултырыу станцияларын, магазин һәм кафе, паркинг асыу ҡарала. Унда 55 кеше эшләйәсәк.
“ИРБИС-БР” компанияһы Башҡортостанда биш юл буйы сервисы объектын сафҡа индерергә ниәтләй: дүртәүһе – Өфө, береһе Кушнаренко райондарында урынлашасаҡ.