Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 13:57

Роспотребнадзор етәксеһе коронавирус йоҡтороу хәүефе юғары булыуы тураһында иҫкәртте

***

Яҙ көнө ғәҙәттәгесә вирус инфекцияларын, шул иҫәптән коронавирус йоҡтороу хәүефе арта. Был хаҡта «Россия 1» телеканалына интервьюһында Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, дөйөм көс менән коронавирустың таралыуына ҡаршы тороп була, ләкин әлегә хәл идеаль түгел. Ведомство башлығы сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәгән осраҡтарҙың күп булыуын билдәләне, шуға күрә бөгөн кешеләр араһында вирусты осратыу ихтималлығы юғары.
«Бөтә респиратор инфекциялар ғинуар уртаһында, февралдә һәм мартта килә. Хәҙер бөтәһе лә үтте, беҙ хәлде нисек бар, шулай ҡалдырабыҙ тип әйтергә ярамай. Был улай түгел. Бөгөнгә хәүеф ярайһы уҡ юғары», — тип хәбәр итте Анна Попова.
Эпидемиологик хәл башланғанда һәм уның аҙағында йоҡторғандар ауырыраҡ сирләй, тип иҫкәртте ул. Бында иң мөһиме – ауырыу тамамланыр алдынан сирләүселәр иҫәбенә эләкмәҫкә.
Анна Попова әйтеүенсә, Рәсәйҙә башлыса коронавирустың төп штамы йөрөй, ә «Британияныҡы» тип йөрөтөлгәне илебеҙгә үтеп инмәгән тиерлек – бер-ике осраҡ ҡына теркәлгән.
Читайте нас в