Башҡортостанда 2021 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығы билдәләнә. Республика башлығы ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов рәйеслегендәге ойоштороу комитетының составы раҫланған.
Төп юбилей саралары Өфөлә һәм Миәкә районында уҙғарыла. Ойоштороу комитетына юбилей сараларына әҙерләнеү, уларҙы үткәреү планын төҙөү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.