Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 14:38

Медицина ойошмалары нисек эшләй

***

Ял көндәрендә халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү маҡсатында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина ойошмалары етәкселегенең дежурлығы ойоштороласаҡ. Амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән ойошмалар түбәндәге режимда эшләйәсәк.
* 21 февралдә кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк;
* 22 февралдә шәмбе графигы буйынса – сәғәт 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул ителә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ медицина ярҙамы);
* 23 февралдә байрам көнө графигы буйынса – сәғәт 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ медицина ярҙамы) 16.00 сәғәткә тиклем.
Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.
Халыҡты дарыуҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү маҡсатында 23 февралдә һәм 8 мартта “Башфармация”ның структур подразделениелары – республиканың үҙәк район дауаханалары раҫланған режим буйынса эшләйәсәк. Дарыуханаларҙың бөтә бүлектәре тейешле дарыу препараттары менән тәьмин ителәсәк.
Мәғлүмәттәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Читайте нас в