Инйәр
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 13:45

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндәрҙең ныҡ һыуытыуы тураһында иҫкәртә

***

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле гидрометеорология күренеше тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәте буйынса, 21 февралдә төбәктә һауа температураһы төндә -35 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Синоптиктар белдереүенсә, 20 февралдә киске сәғәт 8-ҙән 21 февраль киске 8-гә тиклем көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә -24,-29, урыны менән -30,-35, көндөҙ -18,-23 градус.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында 2-4 саҡрымдан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.
Читайте нас в