Инйәр
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2021, 14:40

20 февралдә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” командаһы “Куньлунь Ред Стар” менән осрашты

***

Беренсе осорҙа Сакари Маннинен, Данила Башкиров һәм Александр Кадейкин ҡунаҡтар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе. Икенсеһендә Александр Кадейкин йәнә бер гол сәпәне. Тик артабан командабыҙ ҡапҡаһына Шон Коллинз, Спенсер Фу – берешәр, өсөнсө уйын осоро башында Джейсон Фрэм ике шайба индерҙе. Әммә матчтың 56-сы минутында Павел Коледов "Салауат Юлаев"ты беренселеккә сығарҙы. Шулай итеп, бөгөн командабыҙ 4:5 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Был – “Салауат Юлаев”тың етенсе тапҡыр рәттән еңеүе! 23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – ул Ригала урындағы “Динамо” менән уйнаясаҡ.
Читайте нас в