Райондың ауыл советтары араһында ойошторолған спартакиада аҙағына ла килеп етте. Ярышта барыһы 12 йыйылма команда “А” (Абҙан, Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды, Инйәр, Ҡыҙыл Еҙем) һәм “Б” (Благовещенка, Ырныҡшы, Краснокуртовка, Оҙондар, Орловка, Тәүәкәс,) төркөмөнә бүленеп, үҙ-ара волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, гер күтәреү һәм уҡтан атыу буйынса көс һынашты.