Инйәр
+8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль 2021, 17:29

Уларҙан берлектәге һөҙөмтәле эш көтөлә

***

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы йәш ғалимдар, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалар етәкселәре менән осрашты.
Ул Башҡортостандың ғилми берләшмәһен һөнәри байрам – Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы һәм 2021 йылдың Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителеүен билдәләне.
Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороуҙы 2020 йылдың төп ҡаҙанышы тип атаны, юғары уҡыу йорттары етәкселәренә ошо ҡарарҙы хуплаған өсөн рәхмәт әйтте.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендәге Биохимия һәм генетика институты директоры Эльза Хөснөтдинова геномика тураһындағы проекты тураһында һөйләне. Ул нәҫелдән килгән һәм патологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау алымдарын ғәмәлгә индереү мөмкинлеген бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуҙа республика һәм федераль кимәлдәге бер нисә юғары уҡыу йорто, ғилми ойошма ҡатнаша.
Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Руслан Рабаев юғары уҡыу йортоноң Евразия ғилми-белем биреү үҙәге билдәләгән өс эш йүнәлешендә һәм биш проектта ҡатнашыуы тураһында белдерҙе. Ә Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры Камил Рамаҙанов үҙҙәрендә медицина тәғәйенләнешендәге махсус материалдар эшләү хаҡында хәбәр итте. Әйткәндәй, университеттың бер нисә проекты яңы үҙәктең технологик ресурстары нигеҙен тәшкил итә.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының мәғлүмәт технологиялары идаралығы начальнигы Азат Билалов былтыр БДМУ-ның Европа медицина вуздары ассоциацияһына инеүе тураһында һөйләне. Башҡортостан дәүләт аграр университеты проректоры Иван Чудов юғары уҡыу йортоноң ауыл хужалығында эшләгән белгестәр өсөн фәнни инструментарийҙарҙы үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләне. Башҡорт дәүләт университеты проректоры Светлана Мостафина БДУ-ның Евразия ғилми-белем биреү үҙәге проекттарының барыһында ла тиерлек ҡатнашыуын билдәләне.
Радий Хәбиров республика ғилми-белем биреү үҙәген бөтә ил буйынса ошондай үҙәктәр араһында тәүге бишәү рәтенә сығарыу бурысын ҡуйҙы.
– Коллегалар, берлектәге һөҙөмтәле эшкә көйләнегеҙ, – тине ул. – Ауыр осорҙо бергәләп үткән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Осрашыу аҙағында республика Башлығы ғилми берләшмә вәкилдәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас в